Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 815

БӘЛӘБӘЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ, 1973 й. асыла, 2013 й. башлап Бәләбәй машиналар эшләү колледжы, 2014 й. — Бәләбәй гуманитар‑техник колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ашнаҡсы, башланғыс белемдә коррекция педагогикаһы, башланғыс кластарҙа уҡытыу, гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы техник файҙаланыу, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе, компьютер системаларында программалау, кондитер, машиналар эшләү технологияһы, металдарҙы баҫым м‑н эшкәртеү, мәктәпкәсә белем биреү, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтёры һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, уҡытыу‑производство оҫтаханалары, атыу тиры, кондитер цехы бар.

Б.С.Попенко

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019