Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1341

БӘЛӘБӘЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1914 й. Бәләбәй уҡытыусылар семинарияһы булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1922 й. — татар‑башҡорт пед. техникумы, 1936 й. — татар пед. уч‑щеһы, 1941 й. — сыуаш пед. уч‑щеһы (ҡара: Урал яны сыуаш педагогия техникумы) ҡушылғандан һуң — пед. уч‑щеһы, 1969—2001 йй. — ВЛКСМ‑дың 50 йыллығы исемен йөрөтә, 2001 й. — Бәләбәй пед. колледжы, 2014 й. алып Бәләбәй машиналар эшләү колледжы (ҡара: Бәләбәй машиналар эшләү техникумы) ҡушылғандан һуң — Бәләбәй гуманитар‑техник колледжы. 1955 й. уҡыу йорто составына Дәүләкән педагогия училищеһы инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу (башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ бүлектәре), мәктәпкәсә белем биреү, технология һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, музейы, оҫтаханалары бар. Уҡыу йорто м‑н Ғ.М.Мортазин, С.Й.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 15 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында К.Д.Андреев, Т.И.Ахунйәнов,  Р.М.Бикмөхәмәтова, П.Е.Васильев, Ф.Н.Вуколов‑Эрлик, Й.Гәрәй, Б.Дим, Ғ.Кашшаф, А.П.Кузнецов, Ф.Кәрим, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, М.Ғ.Мәүлитова, Ю.Н.Никифоров, Ә.З.Рәхимов, Ф.Й.Субаев, С.Н.Тайсинов, В.Ф.Тарасенко, Р.М.Төхвәтуллин, Ә.Ә.Юлдашев, Р.С.Әйүпов, Ғ.Ғ.Әхмәтшин. Колледж бинаһы (1912 й. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы; унда Андреев, Васильев, Кузнецов һәм Тарасенкоға (1985), Ф.Кәримгә (1984) һәм Б.В. һуғышы йылдарында бында урынлаштырылған 1744‑се, 5921‑се эвакогоспиталдәргә (1990) арналған 3 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Аминев Т.И. Красна изба не углами или сердца, отданные детям. Белебей, 1994.

Н.М.Фәтхетдинов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019