БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ, ижт.‑сәйәси гәзит
“БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ” (“Белорет эшсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Белорет ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1928 й. сент. алып Белорет металлургия з‑ды гәзите (1923—28 йй. “Гудок”), һуңынан Тамъян‑Ҡатай кантон башҡарма ком‑ты, ВКП(б) һәм ВЛКСМ, профбюро ком‑ттары, 1931 й. сент. башлап ВКП(б)‑ның Белорет район ком‑ты, 40‑сы йй. — КПСС‑тың Белорет ҡала ком‑ты һәм ҡала советы органы булараҡ нәшер ителә, 1991 й. хәҙ. статусын ала. “Б.р.” редакцияһы төрлө йылдарҙа Белорет ҡ. һәм р‑нының сәнәғәт объекттарында күп тиражлы гәзиттәр сығарыуҙы ойошторған.
Тәрж. Р.М.Шәрипова