Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ”, журнал

Просмотров: 1480

“БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ” (“Ағиҙел киңлектәре”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте, Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — яҡынса 1,3 мең дана (2015). 1998 й. дек. нәшер ителә башлай. “Б.п.” респ. йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын сағылдырған урыҫ һәм урыҫ телле яҙыусыларҙың әҫ., ш. уҡ башҡ., татар, сыуаш һ.б. яҙыусыларҙың әҫ. тәржемәләре баҫыла. Милләт‑ара татыулыҡ һәм толерантлыҡ, БР-ҙың күп милләтле халҡының үҙ‑ара дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлеге, мәҙәниәттәрҙең бер-береһен байытыу идеялары пропагандалана. Рубрикалары: “Тура телмәр”, “Проза һәм шиғриәт”, “Әҙәбиәт ғилеме”, “Мәҙәниәт”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Публицистика” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Ю.А.Андрианов (1998 й. алып), Ю.А.Горюхин (2007 й. алып).

Ю.А.Горюхин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019