Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Рәүеф Әхәт улы

Просмотров: 1365

АБДУЛЛИН Рәүеф Әхәт улы (21.5.1935, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Үргене а.), нефтсе, йәмәғәт эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында эшләй. 1985—2015 йй. И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тындағы (Мәскәү) нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтендә сит илдәр тәжрибәһен өйрәнеү һәм дөйөмләштереү б‑са ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, ғилми етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге көкөртлө водороды булған газ ятҡылыҡтарын, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү, нефть һәм газ скважиналарын төҙөгәндә тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау һ.б. м‑н бәйле. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. “Башҡортостан” Мәскәү йәмғиәте советы рәйесе (1991—2002), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тының бюро ағзаһы (1995—2002).

Л.Ғәмиғолова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019