Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБУЛАТОВ Сөнғәтулла Ниғмәтулла улы

Просмотров: 912

БИКБУЛАТОВ Сөнғәтулла Ниғмәтулла улы [27.12.1886, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлы а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 20.11.1954, Ҡазан], телсе, педагог. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1908) Әл-Әзһәр (Ҡаһирә) ун‑тында уҡый, унда Төрки‑татар шәкерттәре йәмғиәтен ойоштора. 1911 й. алып — “Хөсәйениә” лә ғәрәп теле һәм ислам нигеҙҙәре, 1917 й. — Татар халыҡ мәғарифы ин‑тында (Ырымбур ҡ.), 1924 й. — Бохара пед. ин‑тында, 1929—48 йй. Ҡазан уҡыу йорттарында йәмғиәт белеме, филос. уҡытыусыһы. 1912 й. башлап Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәте рәйесе урынбаҫары. Ырымбур төрки‑татар уҡытыусылары йәмғиәтен (1917 й. нигеҙ һалына) ойоштороусыларҙың береһе. Татар телендә “Дин дәрестәре” (1913) дини китабы һәм ғәрәп теленән уҡыу әсбаптары авторы.

Хеҙм.: Шәрык тарихы. Казан, 1917; Дүрт хәлифә. Казан, 1918; Хәзрәт Мөхәммәд салләллаһу гәләйһи вә сәлләм. Чистай, 1999.

Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019