Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛЬЯРД СПОРТЫ

Просмотров: 1383

БИЛЬЯРД СПОРТЫ, спорт төрө, бортлы өҫтәлдә шарҙар һәм кий м‑н уйын. Урыҫ бильярды, пул, снукер һ.б. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. алып үҫешә. 1935 й. өфөлө Ф.М.Чемтанов бильярд б‑са 1‑се СССР чемпионатында ҡатнаша. 40—50‑се йй. Б.с. үҙәге булып “Динамо” ДСО‑һының бильярд клубы тора. 50—80‑се йй. Б.с. б‑са клубтар Бәләбәй, Дүртөйлө, Мәләүез, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. эшләй. 1996 й. “Карамболь” спорт клубы (Өфө) эргәһендә Б.с. б‑са ДЮСШ асыла. 90‑сы йй. уртаһынан респ. йыл һайын Урал Кубогы, БР Башлығы Кубогы, “Көмөш кий” респ. турниры һ.б. үткәрелә. 2011 й. Өфөлә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселеге үтә. Респ. Б.с. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры Р.С.Вәхитов була (1995). Б.с. б‑са БР йыйылма командаһы — урыҫ бильярды б‑са клуб командалары араһында Урал Кубогын яулаусы (1994, 1996, 1998, 2000, 2002), Рәсәй Кубогының көмөш призёры (2001); Вахитов, В.В.Куриленко һәм К.В.Решетников —донъя команда чемпионатының бронза призёрҙары (1997). Рәсәй чемп.: Куриленко (1997), И.П.Новиков (1998; ветерандар араһында). Донъя беренселегендә И.В.Поезжалов — еңеүсе (2010), үҫмерҙәр араһында С.Т.Захаров (2003) һәм А.И.Сәйетғәлиев (2010) Рәсәй беренселектәренең көмөш призёрҙары була. Респ. Б.с. б‑са ДЮСШ, 8 спорт һәм 35 уйын клубы бар, уларҙа 400-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2012). 1991 й. алып БР Б.с. федерацияһы эшләй. Б.с. м‑н тренерҙар Ф.И. Ғүмәров (халыҡ-ара категориялы судья), А.Е.Деев, Новиков, К.К.Пауэр, Р.Р.Әфләтүнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Р.Әфләтүнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: