“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит
“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ” (“Благовар хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт байрағы” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Благовар р‑ны Языков а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Благовар хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й. июленән урыҫ һәм татар телдәрендә “Сталинский путь” һәм “Сталин юлы” (икеһе лә — “Сталин юлы”) исемдәре м‑н сыға башлай, 1957 й. алып — “Знамя труда” һәм “Хезмәт байрагы” (икеһе лә — “Хеҙмәт байрағы”) булараҡ, 2006 й. алып хәҙ. исемдәрҙә нәшер ителә. 2007 й. башлап ай һайын башҡ. телендә “Благовар хәбәрҙәре” ҡушымтаһын сығара. 1963—66 йй. нәшер ителмәй.
Тәрж. Р.М.Шәрипова