Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОЧИННЫЙ

Просмотров: 1196

БЛАГОЧИННЫЙ, рухани дәрәжәһендәге адм.‑суд вазифаһы кешеһе, епархияның благочинный округтарының береһендә мәхәлләләр һәм православие руханиҙары эшмәкәрлеген күҙәтеү б‑са епископ ярҙамсыһы. Урыҫ православие сиркәүендә сиркәүҙәрҙең Б. вазифаһы 17 б. аҙ., монастырҙарҙыҡы 1779 й. булдырыла; ш. уҡ үҙ монастырындағы монахтарҙы күҙәтеү өсөн махсус Б. тәғәйенләнә, 19 б. башлап ҡайһы бер епархияларҙа благочинныйҙар өҫтөнән күҙәтселек итеүсе өлкән (дөйөм) Б. ҡуйыла. Б. хоҡуҡтары һәм бурыстары Мөҡәддәс Синодтың махсус инструкциялары (тәүгеләренең береһе 1721 й.), әлеге ваҡытта — Урыҫ православие сиркәүенең уставы м‑н билдәләнә. Б. архиерей билдәләй (19 б. уртаһында һәм 20 б. 20‑се йй. руханиҙар һайлап ҡуя). Б. бурыстар даирәһенә ғибәҙәт ҡылыуҙың даими һәм дөрөҫ башҡарылыуына, епархия власы күрһәтмәләрен үтәүгә, православие ҡорамдарын төҙөү һәм ремонтлауға, руханиҙарҙың үҙ бурыстарын башҡарыуына һәм әхлаҡи хәленә күҙәтеү, дини вазифалы кешеләр араһындағы, клир м‑н ҡәҙимге кешеләр араһындағы низағтарҙы тикшереү (судһыҙ), ш. уҡ наградалар юллау инә. 19 б. аҙ. Өфө епархияһында монастырҙарҙың — 1 Б., сиркәүҙәрҙең — 27 Б. (ш. иҫ. диндәш сиркәүҙәрҙең — 1 Б.); 1917 й. монастырҙарҙың — 2 һәм сиркәүҙәрҙең 39 Б. була, ш. иҫ. Өфөлә — 2, Бәләбәй өйәҙендә — 7, Бөрө ҡ. һәм Бөрө өйәҙендә — 6, Златоуст өйәҙендә — 5 (ш. иҫ. диндәш сиркәүҙәрҙең берҙәм округы б.), Минзәлә ҡ. һәм Минзәлә өйәҙендә — 6, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 6, Өфө өйәҙендә — 7. Революциянан (1917) һуң сиркәүҙәр һәм монастырҙар күпләп ябылғас, Б. һаны яйлап кәмей, 1937 й. Б. вазифаһы бөтөрөлә. 1942 й. Өфөлә, 1945 й. Стәрлетамаҡ ҡ. сиркәүҙәр Б. яңынан тәғәйенләнә; 1987 й. башына уларҙың һаны 4‑кә етә, 1999 й. — 13, 2003 й. — 15.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: