Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОКС

Просмотров: 3026

 

БОКС (ингл. box, һүҙмә-һүҙ — һуғыу), спорт төрө, ҡара-ҡаршы көрәш, рингыла айырым ҡағиҙәләр б‑са махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ һуғышы. Башҡортостанда Б. үҫеше 1920 й. Өфөлә тәүге Б. секцияһы асылыуға бәйле (ойоштороусыһы — проф. көрәшсе Н.В.Соловей). 1940 й. Башҡ. физик культура техникумында (ҡара: Стәрлетамаҡ физик культура техникумы) Г.В.Михневский етәкс. Б. б‑са тренерҙар әҙерләй башлайҙар. 1946 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Б. бүлеге асыла (тренеры В.Г.Ромашковцев). 90‑сы йй. алып Өфөлә Б. б‑са “Башҡортостан”, “Барс”, “Ника”, “Новатор”, “Ринг Башкортостана” спорт клубтары эшләй. 1947 й. башлап Б. б‑са респ. чемпионаттары үткәрелә. Өфөлә үҫмер спортсылар араһында СССР зона беренселеге (1962), СССР Кубогы (1970), РСФСР (1974) һәм Рәсәй (1992, 2011) чемпионаттары, студенттар араһында Рәсәй беренселеге (1999, 2002—03), Именлек һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙм‑рҙәре араһында халыҡ-ара турнир (2008) уҙғарыла. Башҡортостанда йыл һайын Б. б‑са бөтә Рәсәй (Т.Х.Аслаев, М.Ғ.Гәрәев, Т.Л.Нурҡаев иҫтәлегенә) һәм респ. (Г.Г.Лободин, Н.И.Митькин, М.А.Ферин, Р.З.Фәйрүзев иҫтәлегенә) турнирҙары, БР Башлығы Кубогына бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. Респ. СССР-ҙың тәүге халыҡ-ара класлы спорт мастеры В.П.Лимасов була (1975). РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп.: Р.И. Үтәшев (1956), Г.М.Әхмәтшин (1975), В.Д.Чистонов (1983); көмөш призёрҙары: Б.Р.Ғәббәсов (1975), С.Г.Карпунов (1983), Р.С.Саяпов (1987); бронза призёрҙары: А.А.Баранов, Б.И. Громов (икеһе лә — 1971), В.И.Зайцев (1974), Й.Н.Кәлимуллин (1975). СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп.: А.М.Пестряев (1991), бронза призёрҙары — Баранов (1963), С.Н.Алёшин (1985), А.А.Ғәлиев (1991). СССР чемп.: Лободин (1951—52), С.Н.Кирсанов (1965); СССР чемпионатының көмөш призёрҙары: А.Н.Шангуров (1957), М.М.Кәбиров(1979); бронза призёрҙары: Үтәшев (1954), М.Н. Патютько (1977), С.В.Кожевников (1982), Алёшин (1986), Ғәлиев (1990—91), В.А.Ганченко (1992). РСФСР чемп.: Үтәшев (1955—56), И.И.Хөснөтдинов (1968), М.В.Аҡмалов (1971), Р.В.Мостафин (1973), А.И.Архипцев (1974), Зайцев (1974), Кожевников (1980), Алёшин (1986), Пестряев (1988, 1991); РСФСР чемпионатының көмөш призёрҙары: О.П.Щетина (1971, 1974), Алёшин (1987—88), С.А.Морозов (1985, 1988). Рәсәй чемп.: Ганченко, Р.А.Ғиззәтуллин, А.В.Шөғәйепов (бөтәһе лә — 1992), Р.Ғ.Хөснөтдинов (1995), Л.Е.Костылев (2008), Н.Н.Фәйзуллин (2009). БДБ чемпионатының көмөш призёрҙары: Ганченко, Шөғәйепов; бронза призёрҙары: Хөснөтдинов һәм Р.В.Шәймәрҙәнов (бөтәһе лә — 1993). Европа чемп.: Баранов (1971 — тимер юлсылар араһында), Лимасов (1975, 1977), Костылев (2008). Бөтә донъя полицейскийҙар һәм янғын һүндереүселәр уйындары еңеүселәре: М.Р.Ғәлимов, Р.С.Йәнекәев, А.Ю.Пивоваров, В.Г.Сосновцев, Фәйзуллин, И.З.Хәкимов. Үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегенең бронза призёры А.А.Ғәзетдинов була (1998). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселеге  еңеүселәре: А.М.Домрачёв (1967), В.Г.Ни (1968), А.Н.Култашев (1973), А.Н.Рысков (1985); үҫмерҙәр араһында: М.Х.Замилов (1980), Рысков (1984), А.Ф.Карпов (1986), А.А.Абрамов (1991). Лимасов (1976), Ганченко һәм Пестряев (1992) — Олимпия уйындары ҡатнашыусылары. 90‑сы йй. башынан респ. боксёрҙары профессионалдар араһындағы алыштарҙа ҡатнаша; Пестряев — Европа чемп. (1997, 1999). 90‑сы йй. уртаһынан респ. ҡатын-ҡыҙ спортсылары (М.В.Дурнева һ.б.) бөтә Рәсәй турнирҙарында ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогын Д.Д.Фәйзуллина (2008—09), Е.А.Устинова (2009), А.Ф.Үләева (2010) яулай. Респ. Б. б‑са 5 клуб, ДЮСШ‑ларҙа 30‑ҙан ашыу бүлек бар, уларҙа 3,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 1993 й. алып БР Б. федерацияһы эшләй (президенты В.П.Николаюк), 2004 й. — Башҡ‑н Б. федерацияһы. Б. м‑н тренерҙар С.Т.Аслаев, Ф.Ғ.Болғаҡов, Р.Ш.Вәлиуллин, Р.М.Ғибәҙуллин, Р.Б.Ғилуанов, Р.Т.Ғәбдрәҡипов, М.М.Ғәлләмов, Г.С.Лучинин, А.Н.Макаров, Митькин, Г.И.Мокеев, Мостафин, халыҡ-ара категориялы судьялар Р.Ш.Бәшәров, Морозов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Мокеев Г.И., Ширяев А.Г., Мулашов Р.М. Бокс: проблемы и решения. Уфа, 1989; Мокеев Г.И., Ширяев А.Г. Во власти бокса. Уфа, 1996.

С.Т.Аслаев, А.У.Кинйәбулатов, Г.И.Мокеев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.04.2023