Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы

Просмотров: 1850

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы, Европаның көньяғындағы, Балҡан ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 110,9 мең км2. Баш ҡалаһы — София. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 7,4 млн кеше (2011): болгарҙар (85%), төрөктәр (9%) һ.б. Рәсми тел — болгар теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары.

БР-ҙың Б. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Б. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР һәм Б. хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡт. бәйләнештәр т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1992). БР-ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Б. өлөшөнә 0,08% тура килә (2009). БР менән Б. тышҡы сауҙа әйләнеше 3,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк). БР‑ҙың Б. экспорты — 2,8 млн доллар (2000 й. — 2 млн доллар); уның тауар структураһында химия сәнәғәте продукцияһы, металдар һәм унан әйберҙәр, машиналар, ҡорамалдар, транспорт. БР‑ға Б. фарм. продукция, ҡорамалдар импорты 0,4 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 0,2 млн доллар). Төп экспортлаусы пр‑тиелар — Белорет металлургия комбинаты, “Каучук” ЯАЙ, “Каустик”, “Сода” ААЙ‑лары, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы; импортлаусылар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. 1998 й. БР‑ҙа Б. капитал йәлеп итеп, 7 берлектәге предприятие эшләгән. Б. эшлекле даирәләре, Б. РФ-тағы Илселеге вәкилдәре “Халыҡ-ара эшлекле осрашыуҙар. Өфө—1997” конф., Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән байрамда (2004) ҡатнаша.

Рус-төрөк һуғышында (1828—29) 9-сы Ырымбур һәм 4-се Урал казак полктары Козлуджи, Кулевчи торама пункттары тирәһендәге һуғыштарҙа һәм Варна ҡәлғәһен ҡамап тотоуҙа ҡатнаша. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Башҡортостан яугирҙары, ш. иҫ. С.Х.Бикәев, Г.Т.Васев, Г.А.Хачин Б. немец‑фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. 1941—43 йй. БАССР-ҙа Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты ағзалары Г.М.Димитров, П.Величков, В.П.Коларов, К.Луканов һ.б. эшләй. 70-се йй. Б. һәм Башҡортостан ғалимдары металдарҙы коррозиянан һаҡлау б‑са уртаҡ тикшеренеүҙәр алып бара. БАССР белгестәре — Бургас нефтехимия комб‑тын, Варна ҡ. сода з‑дын; болгар белгестәре “Автонормаль” пр‑тиеһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1980 й. Өфөлә «“Балканкар” күтәреү-транспортлау ҡорамалы» күргәҙмәһе була.

Б. темаһы М.Кәримдең “Болгар дәфтәре” шиғырҙар циклында сағылыш таба. Е.Евтимовтың “Ватан тураһында баллада”һы (“Баллада об Отчизне...”) башҡорт теленә тәржемә ителә; Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Үлемһеҙлеккә хоҡуҡ”, “Ожмах вәғәҙә итмәйем” әҫ. болгар телендә нәшер ителә. Б. Ф.М.Саттаров, Г.Ғ.Сөләймәнова, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һ.б. гастролдәре була. БДОБТ сәхнәһендә болгар йырсылары Э.Стойцева (1964), С.Цыганычев (1967), Г.Койчев (1973), С.Евстатиева (1974), Н.Пенева (1976) һ.б. сығыш яһай. Болгар театрҙары репертуарына А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһы ингән. Б. күргәҙмәләрендә Ф.А.Кащеев, С.Б.Краснов, А.А.Кузнецов һ.б. рәссамдарҙың эштәре күрһәтелә. 1996 й. алып Аксаков гимназияһы №11 “Иван Аксаков” гимназияһы (Пазарджик ҡ.) м‑н бәйләнеш тота. БР-ҙа 451 болгар йәшәй (2002). 1996—98 йй. “Башҡортостан—Болгария” дуҫлыҡ йәмғиәте эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: