Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БОЛЬШЕВИК”, гәзит

Просмотров: 1280

“БОЛЬШЕВИК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губкомы органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. 25 сентябренән алып 1920 й. 4 ғинуарына тиклем нәшер ителә. 1919 й. 26 һаны сыға, 1920 й. — 1. “Б.” совет власы органдарының бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары баҫыла, Өфө губернаһындағы һуғыш ваҡиғалары барышы, халыҡтың социаль иҡтисади хәле яҡтыртыла. Мөхәррирҙәре: Ф.Дингельштедт, А.Шуб.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2023