Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨГӨЛМӘ, ҡала

Просмотров: 1157

БӨГӨЛМӘ, Бөгөлмә өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1736 й. Бөгөлмә биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. Б. 397 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 3 йорт, хәрбиҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 91, сауҙагәрҙәргә — 2, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 162 йорт ҡараған. 1811 й. 1000 кеше йәшәгән, 1897 — 7577 кеше (башҡорттар — 25, урыҫтар — 6879, татарҙар — 421 һ.б.). 19 б. аҙ. халҡы сауҙа, кәсепселек, юлаусылар йорто тотоу, ылаусылыҡ, игенселек, умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 13 кирбес, 12 көршәк яһау, 6 май һығыу, 3 араҡы, күн, һарыҡ тиреһен эшкәртеү һәм һыра з‑ды эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән, Воздвиженка йәрминкәһе Урал янында иң ҙуры һаналған. Ҡазан ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, сиркәү, ҡарттар йорто, 3 класлы ҡала, 2 класлы ҡыҙ балалар, башланғыс һәм мәхәллә училищелары, земство китапханаһы, 2 дауахана булған. 19 б. 70‑се йй. аҙ. шәхси башҡ.урыҫ уч‑щеһы асылған. 1920 й. алып ТАССР составында.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019