Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫҘАУЛЫҠ

Просмотров: 1182

БЫҘАУЛЫҠ, Быҙаулыҡ өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1736 й. Быҙаулыҡ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалынған. 1795 й. Б. 260 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 5 йорт ҡараған, хәрби хеҙм‑рҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 138, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 8, отставкалағы һәм хеҙмәттәге казактарға — 86, сауҙагәр һәм мещандарға — 18, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 2 йорт. 1811 й. 1000 кеше йәшәгән, 1897 — 14471 кеше (урыҫтар — 13180, татарҙар — 847 һ.б.). 19 б. аҙ. халыҡ башлыса сауҙа м‑н шөғөлләнгән. Йыл һайын 3 йәрминкә ойошторолған. Ҡыңғырау з‑ды эшләгән. Богородица ҡатын‑ҡыҙҙар һәм Спасо‑Преображение ир‑егеттәр монастыры, 5 сиркәү, 3 класлы ир һәм ҡыҙ балалар өсөн ҡала, 2 мәхәллә училищелары, 2 дауахана булған. 1920 й. алып Ырымбур губ. составында.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019