Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРЕНИН Алексей Александрович

Просмотров: 997

БУРЕНИН Алексей Александрович (21.10.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған (2010). Тау саңғыһы спорты буйынса СДЮШОР (тренеры — А.Н.Шихалев) һәм Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы (тренеры — И.Ш.Абдуллина) тәрбиәләнеүсеһе. 2004 й. алып Ю.А.Гагарин исемендәге “Һауа легионы” Хәрби-патриотик парашют клубы өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры — Г.И.Манаев). Пара-ски буйынса шәхси зачётта донъяның (2011, 2017) һәм Рәсәйҙең (2001—02, 2005, 2007—09, 2013, 2018) абсолют чемпионы, донъя чемпионаттарының көмөш (2013‑14, 2019) һәм бронза (2018) призёры, команда зачётында донъя чемпионы (2009), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2008), донъя чемпионаттарының көмөш (2011, 2015, 2019) һәм бронза (2005, 2014) призёры. Парашют спорты буйынса шәхси зачётта донъя чемпионатының көмөш призёры (2010), Донъя кубогының бронза призёры (2013); команда зачётында донъя чемпионы (2008, 2010, 2012), Донъя кубогын яулаусы һәм Европа чемпионы (икеһе лә — 2013), донъя (2014) һәм Европа (2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Пара-ски буйынса үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта донъяның абсолют чемпионы (2005), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022