Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы

Просмотров: 1392

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы (10.1.1956, Нахичевань ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1980 й. алып ТТӘИ‑лә, 1984 й. — БДПИ‑ла (1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла: 1990 й. тиклем өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2006—15 йй. ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ғаилә, гендер социологияһы проблемаларына арналған. Рәсәй социология ассоциацияһының Республика бүлексәһе рәйесе (2006—12). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986).

  Х е ҙ м.: Современный брак в Башкортостане. Уфа, 2004; Гендерный фактор в разводах. Уфа, 2010 (авторҙ.); Патронатная семья в современной России. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022
Связанные темы рубрикатора: