Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БЮЛЛЕТЕНЬ БАШКИРСКОГО ЦИК СОВЕТОВ”

Просмотров: 1489

“БЮЛЛЕТЕНЬ БАШКИРСКОГО ЦИК СОВЕТОВ” (“Советтарҙың Башҡортостан ҮБК бюллетене”), журнал. БАССР Эске эштәр ХК, ХКС‑ы һәм ҮБК органы. Өфө ҡ. 1924—27 йй. сыға. 1924 й. февралендә башҡ. (“Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының бюллетене”) һәм урыҫ (“Бюллетень Башкирского наркомата внутренних дел” — “Башҡортостан эске эштәр халыҡ комиссарлығының бюллетене”) телдәрендә баҫыла. 1924 й. мартынан урыҫ телендә “Бюллетень Башкирского ЦИК, СНК и НКВД АБССР” (“Башҡортостан ҮБК, ХКС‑ы һәм АБССР Эске эштәр ХК бюллетене”) булараҡ нәшер ителә. 1926 й. 3‑сө, 8‑се, 9‑сы һандары шулай уҡ башҡ. телендә “Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының, халыҡ комиссарҙар Совете һәм эске эштәр халыҡ комиссарлығының бюллетене” исеме менән сыға. 1927 й. алып урыҫ телендә “Б.Б.Ц.С.” булараҡ нәшер ителә. Журнал биттәрендә республика власы органдарының закондары, документтары һәм материалдары баҫыла.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023