Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЗЫЛОВ Ғаҡый Таһир улы

Просмотров: 1178

ФАЗАЛОВ Ғаҡый Таһир улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 18.10.2018, Междуреченск ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. шахтёры (1984). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) “Башкируголь” тресы Ермолаевка разрезының (Күмертау ҡ.) тау мастеры, быраулау‑шартлатыу эштәре участкаһы, отвал участкаһы начальнигы. 1957 й. “Кузбассуголь” комб‑ты “Томусауголь” тресының Красногорск разрезы (Междуреченск) участкаһы нач., 1961 й. баш инженеры; 1968 й. алып комб‑ттың баш инженер урынбаҫары‑техник идаралыҡ нач., 1975–90 йй. “Кемеровоуголь” ПБ‑ның Междуреченск разрезы директоры. Ф. ҡатнашлығында Кузбасста күмерҙе асыҡ ысул м‑н сығарыу б‑са ҙур сәнәғәт һәм соц.‑иҡт. комплекс булдырыла, ҡая тоҡомдарын транспортһыҙ күсереү технологияһын ҡулланыу өлкәһе киңәйтелә. Ф. етәкс. шахтёрҙар өсөн ҡасаба һ.б. төҙөлә. 3 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән  (1981). Кемерово өлк. Фазаловка ҡасабаһы уның исеме м‑н аталған.

Хеҙм.: Эффективность применения наклонных скважин на карьерах Кузбасса. М., 1969 (авторҙ.); Производительность труда на разрезах Кузбасса. Кемерово, 1972 (авторҙ.).

Әҙәб.: Почётные граждане города Междуреченска: биобиблиографический указатель. Междуреченск, 2015.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2019