Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЗЛЫЕВ Рәфҡәт Ғәлим улы

Просмотров: 1500

ФАЗЛЫЕВ Рәфҡәт Ғәлим улы (3.4.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1991—92 йй. паразитология, микробиология һәм патофизиология каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2004—09 йй. анатомия, гистология һәм ветеринария эшен ойоштороу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының гельминтофаунаһын, гельминттар экологияһын өйрәнеүгә; мониторинг системаһын, кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле булған биоэкологик комплекстарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү ысулдарын уйлап табыуға арналған. Ф. тарафынан Көньяҡ Урал шарттарында нематодир һәм парамфистомдарҙың биол. һәм эпизоотологик үҙенсәлектәре тикшерелә. 130‑ға яҡын ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Мониезиозы жвачных животных в Предуралье Республики Башкортостан. Меры профилактики и борьбы с ними. Уфа, 2008 (авторҙ.); Патогистологические изменения и патогенез сифункулатоза крупного рогатого скота. М., 2016 (авторҙ.); Эймериоз кур. Патоморфология и патогенез болезни. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019