ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы
ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы (19.4.1937, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. — 19.4.2012, Бөгөлмә ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1980). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Бөгөлмә) эшләй: 1961 й. тиклем инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р, 1964—67 йй. сектор етәксеһе, 1971 й. алып сектор мөдире, 1975 й. — лаб. мөдире, 1978—81 йй., 1986 й. башлап нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлеге мөдире, 2003—09 йй. баш ғилми хеҙм‑р. 2010 й. алып Әлмәт нефть ин‑тында уҡыта. 1967—71 йй. һәм 1981—86 йй. Алжирҙа эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ф. тарафынан майҙанға, сығанаҡҡа һәм һайланған урынға һыу ебәреү системаларын ҡулланып ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү процесын, сеймал сығарыу скважиналарына һыу ебәреү динамикаһын гидродинамик иҫәпләү үткәрелә, күп забойлы горизонталь скважиналарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеге һ.б. тикшерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1994).
Х е ҙ м.: Площадное заводнение нефтяных месторождений. М., 2008.
Тәрж. Г.М.Ғәлиева