Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЗЫЛОВ Хатип Сәрүәр улы

Просмотров: 1512

ФАЗЫЛОВ Хатип Сәрүәр улы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңауыл а.), рәссам. РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1979; педагогы Л.Ф. Мөғтәбаров), БДПУ‑ны (2013) тамамлаған 2003 й. алып “Рәсәй рәссамдары союзы” Бөтә Рәсәй ижады ойошмаһының БР төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе урынбаҫары, 2004 й. — рәйесе, бер үк ваҡытта 2006—10 йй. “Башҡортостан рәссамы” ЯСЙ, 2011 й. башлап “Ижад” ААЙ ген. директоры. Ф. үҙенсәлекле ижады башҡорт тарихының, көнкүрешенең яңы сиктәрен аса, уларҙың милли характерын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра. Ф. пейзаждары (“Урал аръяғы”, 1985; “Ноябрь”, 1987; “Көҙ”, 2007) башҡ. далалары, тауҙарының эпик мөһабәтлеген, донъяның мәңгелеген сағылдыра; хәҙ. ауыл тормошон (“Бесән өҫтө”, 1988) һәм тарихты (“Иҫке мейес”, “Кис. Тамъяндар станы”; икеһе лә — 1996; “Үткән ғүмер башы”, 2013) үҙенсә аңлау аша кәүҙәләндерә. “Сәсән” (1998), “Мөғәллим. Халыҡ уҡытыусыһы” (1999), “Рогервик маршы” (2003) эштәрендә халҡының ҡаҡшамаҫ рухын, сыҙам холҡон, тәрән аҡылын яҡшы аңлауы, образдарҙы дөйөмләштереп сағылдырыуы; “Автопортрет. Миҙгелдәр аша” (1998), “Абдрахман” (2000), “Илау” (2007) символик‑метафоралы әҫәрҙәрендә кешелек дәрәжәһе, гуманизм, традицияларға тоғролоҡ т‑да уйланыуҙар күҙәтелә; уларҙа Ф. реалистик рәсем сәнғәте пластика, төҫтәрҙең стилләшкән формаһына тартыла һәм үтә декоратив яңғыраш ала. “Артыш” ижади берекмәһе етәксеһе (1995 й. алып). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1989, 2010, 2011). Эштәре РФ мәҙәниәт министрлығы (Мәскәү) фондында, БДХМ, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Магнитогорск картиналар галереяһы, Туймазы музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Оло Волга” Төбәк художество күргәҙмәһе (Саранск), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт эшенә Респ. конкурсы (Өфө; икеһе лә — 2004), “Урыҫ галереяһы — XXI быуат” Бөтә Рәсәй милли премияһы (Мәскәү, 2012), “Урал” төбәк-ара художество күргәҙмә (Төмән ҡ., 2013; “Рәсем сәнғәте” номинацияһында алтын миҙал) һ.б. лауреаты.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2012; Искусство наций — II. 1992—2012: альбом. М., 2012; Изобразительное искусство Российской Федерации. Урал: альбом. М., 2013.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019