Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЕЗОВ Фәйзрахман Вәлетдин улы

Просмотров: 998

ФӘЙЕЗОВ Фәйзрахман Вәлетдин улы [16.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ураҙбаҡты а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 18.10.1998, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—81 йй. Шишмә р‑нында эшләй: Салауат ис. к‑здың баҫыусылыҡ бригадаһы хисапсыһы, 1938—41 йй. Шишмә МТС‑ының тракторсыһы, 1946—54 йй. тракторсы‑комбайнсыһы; 1955 й. – һәм 1967 й. алып Салауат ис. к‑з рәйесе, 1959 й. башлап “Дуҫлыҡ” к‑зы рәйесе урынбаҫары, баш механигы, комплекслы бригадаһы бригадиры. Юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән: 1951 й. 1115 га майҙандан 8,2 мең т иген, 122 ц үлән орлоҡтары йыйып алған. Ленин (1952), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Д е р и п а с к о  А. Достойный руководитель // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019