Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИН Абдулла Мөхәмәтдин улы

Просмотров: 1115

ФӘЙЗУЛЛИН Абдулла Мөхәмәтдин улы [7.8.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Рафиҡ а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 27.12.2014, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). 1942—89 йй. Хәйбулла р‑нында эшләй: “1‑се Таналыҡ” к‑зында, 1947 й. алып Һарыкүл МТС‑ы тракторсыһы, 1957 й. — “Матрай” с‑зының тракторсы‑комбайнсыһы, 1972 й. — механигы. Ф. юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә: 1966 й. план 900 га булғанда 1130 га ер һөрөлә, 1265 т иген йыйып алына. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1967).

Әҙәб.: У д а л о в А. Звёзды не гаснут // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019