Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы

Просмотров: 1370

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы (26.5.1984, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай ҡсб), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (2009), “Олимпия өмөттәре” Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе (2004), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2006, 2011) һәм бронза (2005, 2010), Донъя кубогының бронза призёры (2008), полиция һәм янғын һүндереүселәр араһында донъя чемп. (2003, 2006), студенттар араһында донъя (2008), Европа (2007) һәм Рәсәй (2002, 2005) чемп., Рәсәй ЭЭМ‑ы (2003) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (2008), күп тапҡыр халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Команда зачётында Донъя кубогының көмөш призёры (2008). Үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005—11).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: