Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИН Рәшит Ғибаҙулла улы

Просмотров: 1499

ФӘЙЗУЛЛИН Рәшит Ғибаҙулла улы (1.2.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау‑Муҡшы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а., — 30.12.1984, Нефтекама ҡ.), нефтсе. СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) Стәрлетамаҡ геол.-эҙләнеү контораһында эшләй. 1950 й. башлап 9‑сы картировкалап быраулау, 1956 й. — “Башвостокнефтеразведка” тресының Бөрө геол.‑эҙләнеү партиялар быраулаусыһы, 1961 й. — скважиналарҙы һынап ҡарау операторы, 1964 й. — “Арланнефть” НГДУ‑һының (Нефтекама) скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры. Ф. ҡатнашлығында Арлан нефть ятҡылығы үҙләштерелгән, хеҙмәтте ойоштороуҙың алдынғы ысулдары, скважиналарҙы капиталь ремонтлауҙың яңы техникаһы һәм технологиялары индерелгән. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1978). Ленин (1975), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019