Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИНА Лира Фәхри ҡыҙы

Просмотров: 1264

ФӘЙЗУЛЛИНА (Мәхмүтова) Лира Фәхри ҡыҙы [25.2.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], диктор. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһын (1956), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1956 й. алып Ғафури р‑нының Үтәк урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй, 1959—98 йй. “Башҡортостан” ДТРК дикторы.

Юғары телмәр мәҙәниәте, яғымлы тембрлы моңло тауыш, һөйкөмлөлөк һәм артислыҡ Ф. 1960—90 йй. билдәле радио алып барыусыларҙың береһе итә. Башҡ‑н ТВ‑нда “Асыҡ ишек” балалар тапшырыуын; радиола “Ата‑әсәләр өсөн тапшырыу” рубрикаһын, “Ауыл хужалығы” радиожурналын, мәғлүмәт‑сәйәсәт, балалар тапшырыуҙарын, әҙәби композициялар, байрам сараларынан тура трансляциялар алып бара; радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша. “Туй” т/ф төшә (“Баштелефильм”, 1970). Респ. йәштәр фестивале лауреаты (Өфө, 1957).

Әҙәб.: Говорит Уфа. Радио Башкортостана — 75 лет. Уфа, 2004.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: