Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИНА Резеда Мансаф ҡыҙы

Просмотров: 859

ФӘЙЗУЛЛИНА Резеда Мансаф ҡыҙы (16.1.1956, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Әмир а.), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2010), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2017). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) 1987 й. тиклем Өфөнөң 6‑сы һәм 18‑се дауаханаларында эшләй. 1992 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер уҡ ваҡытта 1996 й. — БР Һаулык һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә аллергия ауырыуҙарын өйрәнеүгә бәйле. Ф. ҡатнашлығында бронхиаль астма ваҡытында психоэмоциональ боҙолоштарҙы, киҫкен пневмонияны иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. 320‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. БР Аллерголог‑иммунологтар ассоциацияһы рәйесе (1998 й. алып)

Х е ҙ м.: Пропедевтика детских болезней. 2-е изд. М., 2015 (авторҙ.); Детские болезни. М., 2015 (авторҙ.); Педиатрия. История болезни: уч. пособие. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019