Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЙН Моисей Григорьевич

Просмотров: 851

ФАЙН Моисей Григорьевич (21.2. 1880, Ковно губ. Ковно ҡ. — 18.4. 1967, Өфө), скрипкасы, педагог. Варшава (1904; С.К.Барцевич класы) һәм Лейпциг (Германия, 1910; Г.Зитт класы) консерваторияларын тамамлаған. 1913 й. алып “Гевандхаус” симфоник оркестры (Лейпциг ҡ.) солисы. 1915 й. башлап Екатеринослав, Курск, Рузаевка ҡҡ. уҡыта. 1942 й. алып Өфөлә: Беренсе Дәүләт 2‑се баҫҡыс музыка мәктәбендә (ҡара: Музыка мәктәбе №1), Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Башҡортостанда скрипкала башҡарыу сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Пед. эшмәкәрлегендә классик уҡытыу принциптарына һәм алымдарына таяна. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Б.О.Абдулбанеев, О.А. Трофимова, БАССР‑ҙың — Л.Г. Ҡоҙаярова, А.М.Минков, БССР‑ҙың — Э.С. Мартиросьянц, М.Е.Швайштейн. Сәнғәт училищеһында уҡыусыларҙың скрипкасылар ансамблен (ҡара: Инструменталь ансамблдәр), камера концерттарын ойоштора һәм художество етәксеһе була. 1998 й. Ф. ис. Төбәк йәш скрипкасылар һәм виолончелистар фестивале булдырыла (Өфө).

Әҙәб.: Т р о и ц к а я Л.Н., А х м а д и е в а Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Ш в а й ш т е й н М.Е. Моисей Григорьевич Файн. Скрипач и педагог: твор. портр. Уфа, 1997.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019