Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЛЛЮС

Просмотров: 852

ФАЛЛЮС (Phallus), фаллюс һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа ябай Ф. үҫә. Өлгөрөп етмәгән емешлек тәненең бейеклеге 4—6 см, киңлеге 3—5 см, йомортҡа, шар формаһында, аҡ йәки һарғылт төҫтә, төбөндә тамыр рәүешле мицелийы булған бауы бар. Тышсаһының тышҡы ҡатламы (перидий) ярылы, эскеһе — ҡойҡа һымаҡ. Тышсаһы аҫтында цилиндр формаһындағы, көпшәк кеүек көплө рецептакул (емешһеҙ өлөшө), уның өҫкө өлөшөндә эшләпә формаһында глеба (спора биреүсе өлөшө) үҫешә. Емешлек тәне өлгөргәндә перидий 2—3 айырсаға ярыла һәм рецептакул төбөндә вольва рәүешендә һаҡланып ҡала. Рецептакул тиҙ тартыла, эшләпәле бәшмәктәрҙең һабына оҡшап ҡала; төҫө аҡ, һары; бейеклеге 12—22, ҡалынлығы 2—4 см. Глебаның бейеклеге 4—5 см, конус формаһында, өҫкө йөҙө күҙәнәкле, споралы йәшкелт лайла м-н ҡапланған, осонда уртаһы тишекле тығыҙ диск бар. Спора онтағы һары төҫтә. Споралары эллипс‑цилиндр формаһында, шыма, себендәр һ.б. бөжәктәр тарата. Сапрофит, микоризаға инә (мәҫ., имән м-н), гөлйемештә паразит булып үҫеүе мөмкин. Киң япраҡлы урмандарҙа яңғыҙ йәки төркөмләп үҫә; май—окт. осрай. Йәш емешлек тәндәре ашарға яраҡлы, өлгөргән бәшмәктәрҙең глебаһынан тарҡалып ятҡан емтек еҫе сыға. Ябай Ф. бактерицид үҙенсәлектәргә эйә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019