Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАМЕН ЯРУСЫ,

Просмотров: 1678

ФАМЕН ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Франс ярусында ята, турней ярусы м‑н ҡаплана. А. Дюмон тарафынан Арден тауҙарында айырып күрһәтелә (1855), Фамен (Бельгия) төбәге исеме м‑н аталған. Стратотибы эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан тора. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә маҡар, мырҙаҡай, ҡушйылға, лытва горизонттарына бүленә. Платформалы өлөшөндә башлыса эзбизташтарҙан ғибәрәт, ҡалынлығы 300 м тиклем, Уралдың алғы йыйырсыҡтарында — ҡалынлығы 500 м тиклем, Йылайыр синклинорийының үҙәк өлөшөндә һәм Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүендә йылайыр свитаһына айырылған вулканомикт ҡатламдарҙан (граувакка ҡомташтары, алевролиттар, балсыҡлы һәүерташтар) тора, ҡалынлығы 1500 м тиклем, тип фараз ителә.

Әҙәб.: Девонские отложения Башкирии. Ч.1. Стратиграфия. М., 1961; М а с л о в В.А., А р т ю ш к о в а О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай‑Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: