Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРИТОВ Тәбрис Әхмәтислам улы

Просмотров: 1178

ФӘРИТОВ Тәбрис Әхмәтислам улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Өс‑Әсән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Өсөгән‑Әсән а.), зоотехник. А.х. ф. канд. (1969), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бөрө тәж.-производство хужалығының баш зоотехнигы. 1969 й. алып Ҡырғыҙ малс‑ҡ һәм ветеринария ҒТИ‑ның (Фрунзе) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1975—2013 йй. БДАУ‑ҙа (1977—2006 йй. а.х. малдарын ашатыу каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығын етештереү һәм һаҡлауҙың энергия һаҡлаусы технологияларын эшләүгә, уларҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға, төбәктәрҙең мал аҙығы базаһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, а.х. малдарын баланслы ашатыуҙы ойоштороуға арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Корма и кормовые добавки для животных. СПб., 2010; Практическое собаководство. СПб., 2012 (авторҙ); Кормление рыб. СПб., 2016.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: