Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРИТОВ Хәбир Салауат улы

Просмотров: 1197

ФӘРИТОВ Хәбир Салауат улы [12.4. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыңғыр-Мәнәүез а., (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 5.7.1997, Өфө], педагог-методист. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) Темәс башҡ. пед. уч‑щеһында (1952—53 йй. уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире) эшләй (өҙөклөктәр м‑н). 1946 й. башлап Мораҡ башҡ. пед. уч‑щеһында уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1953 й. — Мораҡ башҡ. урта мәктәбендә (икеһе лә — Күгәрсен р‑ны) уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1955 й. — директор. 1957—74 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә: уҡытыу‑методик әҙәбиәт редакцияһы мөдире, 1963 й. алып баш мөхәррир, 1971 й. — уҡытыу‑пед. әҙәбиәт редакцияһы мөдире. Педагогия училищелары һәм урта мәктәптәр өсөн башҡ. теле б‑са дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019