Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАРМАНДАР №1 һәм №2

Просмотров: 955

ФАРМАНДАР №1 һәм №2, Башҡорт мәркәз шураһының 1917 й. 11 һәм 15 нояб. сығарған бойороҡтары. Ш.Ә.Манатов, Ә.Ә.Вәлидов, Ф.Дәүләтшин, Й.Г.Әмиров, Ғ.Айытбаев, М.Ғ.Смаҡов, Ғ.В.Хәсәнов, И.И. Мутин, Ш.Бабич ҡул ҡуйған. Ф.№1, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылыу һәм тулы хоҡуҡлы үҙәк власть булмау сәбәпле, Бәләкәй Башҡортостан терр‑яһы, Ырымбур губернаһының урындағы башҡ. шуралары м‑н идара итеүҙе үҙ ҡулына алыу, Граждандар һуғышы шарттарында башҡ. халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡораллы көстәр ойоштороу һәм терр. автономияны ғәмәлгә ашырыу т‑да иғлан ителгән. Ф.№2 Ырымбур, Өфө губерналарының, Пермь губернаһының һәм Һамар губернаһының башҡорттар йәшәгән терр‑яһын Рәсәй респ. автономиялы өлөшө тип, Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә автономиялы идара итеү ғәмәлгә ашырылыуы т‑да иғлан итә. Документҡа ярашлы, автономия иғлан ителгән көндән алып ҡаҙна һәм шәхси кешеләр тарафынан үҙләштерелгән башҡ. ерҙәре, капитал һәм мөлкәт, ғәскәр, банкылар, т. юл, почта һәм телеграф Башҡ. мәркәз шураһы ҡарамағына күсергә тейеш була. Һалым йыйыу урындағы учреждениелар ҡарамағында ҡалдырылған. Губерналарға һәм өйәҙҙәргә адм. бүленеш кантондар м‑н алмаштырылған.

Әҙәб.: Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики: сб. док. и материалов. Уфа, 1959; К у л ь ш а р и п о в М.М. З.Валидов и образование Башкирской Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). Уфа, 1992; Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019