ФӘРРӘХОВ Минихәзи Миңлевәли улы
ФӘРРӘХОВ Минихәзи Миңлевәли улы [19.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Йомаҙыбаш а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 1.2.2003, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). 1941—51 йй. Туймазы р‑нының М.В.Фрунзе ис. к‑зында эшләй. 1955 й. алып “Октябрьскнефть” нефть промыслаһы идаралығы операторы. 1964 й. башлап “Сургутнефть” нефть промыслаһы идаралығында; 1966 й. — “Юганскнефтегаз” ПБ‑нда (икеһе лә — Нефтеюганск ҡ.): 1968 й. алып мастер, 1969 й. — участка нач., 1970 й. — өлкән инженер, 1972 й. — смена нач., 1974 й. — нач. урынбаҫары, 1975 й. — “Юганскнефть” НГДУ‑һында начальник. 1978—91 йй. “Мамонтовнефть” НГДУ‑һында (Пыть‑Ях ҡ.) начальник. Ф. бригадаһы 11‑се биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән (37860,5 мең т нефть сығарылған). Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина