Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРРӘХОВ Йосоп Тимербай улы

Просмотров: 1040

ФӘРРӘХОВ Йосоп Тимербай улы (20.4.1935, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иманғол а. — 31.1.2001, шунда уҡ), урман белгесе. 1961—95 йй. Туймазы тәж.‑үрнәк урман хужалығының Бишенде урмансылығында эшләй: урмансы, 1977 й. алып урман питомнигы мастеры. БР урман хужалығы үҫешенә, урман ресурстарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур өлөш индергән. Ф. тарафынан ағастарҙың ылыҫлы төрҙәрен ҡыш алдынан сәсеү технологиялары, ҡайын үҫентеләрен үҫтереү, биол. үҙенсәлектәренә бәйле орлоҡтарҙы йыйыу һәм сәсеү ысулдары уйлап табылған һәм индерелгән; В.Г.Каппер конструкцияһындағы тубырсыҡ киптергес камиллаштырылған. Ф. етәкс. майҙаны 52 га булған һуғарыулы урман питомнигы ойошторолған (йыл һайын 40‑тан ашыу ағас‑ҡыуаҡтың 9,5 млн дана үҫентеһе һәм үрсетмәһе үҫтерелгән). СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019