Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАРТУКОВ Иван Иванович

Просмотров: 1013

ФАРТУКОВ Иван Иванович (28.7.1948, Белорус ССР‑ы Скориничи а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2002) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1983). Түб. Тагил пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1969 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (1987—89). Акварель техникаһында эшләгән респ. күренекле рәссамдарының береһе (20 б. 70‑се йй. алып). Ижадында жанрҙар төрлөлөгө, ассоциатив фекерләү күҙәтелә; әҫәрҙәренең сюжеттары экспрессив формаларға, сағыу төҫтәргә нигеҙләнгән колорит, тәьҫирле образдар м‑н көслө хистәр тыуҙыра (“Карский диңгеҙенә табан”, 1984). Рәсем сәнғәте эштәренә (80‑се йй. аҙ. алып) публицистикалыҡ, гротеск формалар (“Алдағы быуат”, 1998) һәм әҫәрле интонациялар (“Тәүбә итеү”, 1992—96), рухи көс (“Фатиха алыу”, 1993) һәм драматизм (“Баҫҡынсылыҡ”, 2008), башҡорт халҡының традициялары т‑да уйланыуҙар (“Рамаҙан айында изге эштәр”, диптих, 1997; “Йома”, 1998) хас. Архиепископ Софроний (1999), рәссам С.А.Лебедев (2006) һ.б. психологик портреттарында, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың лирик портреттарында (“Флорида”; 2002) Ф. урыҫ рәсем сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын дауам итә. Шулай уҡ скульптура, монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1984, 1996, 1998, 2008, 2013), Гамбург (1995, 1997; Германия), Күмертау, Салауат (1996), Нефтекама (1997) һ.б. Эштәре БДХМ, ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Красноярск, Сыуаш художество музейҙары, “Урал” галереяһы (Өфө), Өфө (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Новосибирск, Магнитогорск художество галереялары һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Иван Фартуков. Дорога к храму: каталог. Уфа, 2008.

 

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.07.2023