Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХЕТДИНОВ Рәшит Ғабдулхай улы

Просмотров: 1049

ФӘРХЕТДИНОВ Рәшит Ғабдулхай улы (11.9.1966, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мәҡсүт а.), биолог. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2021). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1992—2007 йй. Биология институтында (1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), бер үк ваҡытта 1995 й. алып “Башҡортостан үләндәре” ЯСЙ‑нда (1998 й. — фән һәм үҫеш буйынса директор) эшләй. 2008 й. башлап БДАУ‑ҙа, 2013 й. — БДУ‑ла (2017—20 йй. биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге дарыу үҫемлектәрен һәм баллы үҫемлектәрҙе өйрәнеүгә, уларҙы фитотерапияла һәм умартасылыҡта ҡулланыуға, ауыл хужалығы үҫемлектәрендә хужалыҡ яғынан мөһим булған билдәләрҙе булдырыуҙа фитогормондарҙың роленә арналған. Ф. тарафынан үҫемлек сеймалын түбән температурала вакуумлы һыу менән айырыу ҡулайламаһы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә, ҡыяҡлы культураларҙың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығын һәм продуктлылығын диагностикалау, дарыу үләндәре ҡатышмаһы, мазь алыу методикалары, баллы шарап етештереү технологияһы эшләнә.

  Хеҙм.: Гормональная регуляция водного обмена и роста растений на разных фонах минерального питания и при дефиците воды. Уфа, 2014 (авторҙ.); Herbal dietary supplement with antifungal effect for in creasing the productivity of honey bee colonies //Honeybees: biology, behavior and benefits. New York, 2016 (авторҙ.); Фитотерапия в санаторно‑курортной практике. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022