Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХЕТДИНОВ Усман Рауил улы

Просмотров: 1074

ФӘРХЕТДИНОВ Усман Рауил улы (18.12.1954, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003). РФ‑тың атҡ. табибы (2017), БР‑ҙың атҡ. табибы (2001), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Р.Ғ.Фәрхетдиновтың улы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 5‑се һәм 13‑сө дауаханаларҙа эшләй; 1983 й. алып 21‑се дауаханала пульмонология бүлексәһе мөдире (бөтәһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта 2006 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге бронхы-үпкә ауырыуҙары ваҡытында патологик процестар үҫеүенең молекуляр механизмдарын өйрәнеүгә һәм төҙәтеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында пневмонияны стадияларға айырып диагностикалау, хроник бронхит м‑н ауырығандарҙа шешеү процесының әүҙемлеген һәм тибын, үпкәнең специфик булмаған ауырыуҙары м‑н ауырығандарҙа биол. субстраттарҙы антиокислау әүҙемлеген баһалау һ.б. ысулдар эшләнгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Саногенез (о науке и практике врачевания). СПб., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019