ФАРШАТОВ Иридий Әшрәф улы
ФАРШАТОВ Иридий Әшрәф улы (5.7.1938, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) БАССР‑ҙың Асҡын район халыҡ судында халыҡ судьяһы, 1969 й. алып КПСС‑тың Асҡын район ком‑ты секретары. 1972—2012 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ нормаларын, өҫтәмә хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен махсуслаштырыу, торлаҡ закондары йыйылмаһын камиллаштырыу проблемаларына арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Правовые основы социального развития села. М., 1991; Жилищное законодательство: практика применения, теоретические вопросы. М., 2001; Комментарии к судебной практике по жилищным спорам. М., 2011.
В.К.Сәмиғуллин
Тәрж. М.Х.Хужин