Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘСХЕТДИНОВ Әхәт Әхмәт улы

Просмотров: 1340

ФӘСХЕТДИНОВ Әхәт Әхмәт улы (21.3.1950, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. — 11.1.2010, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1987). Р.Ә.Фәсхетдиновтың ҡустыһы. Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын тамамлаған (1987). 1967 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй (1989—90 йй. директор). 1988—89 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, 1991 й. башлап БДОБТ дир. урынбаҫары, 1993—96 йй. һәм 2008 й. алып Хореография колледжы, 1998—2002 йй. Нефтекама филармонияһы директоры. Сағыу сәхнә, юғары һикереү һәләтенә эйә. Ф. бейеү сәнғәте хореография тексын башҡарыу таҙалығы, хәрәкәттәрҙең тасуирлылығы, милли башҡ. колоритын нескә тойоуы м‑н айырыла. “Азамат”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”), “Төньяҡ амурҙары” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Ҡарағалпаҡ (1976) һәм Яҡут (1978) АССР‑ҙарында, ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә һ.б. ҡатнаша. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә була.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: