ФӘТИХОВ Рәшит Ғабдулла улы
ФӘТИХОВ Рәшит Ғабдулла улы (3.9.1945, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) 1971 й. тиклем Бүрәт АССР‑ының Кырен үҙәк район дауаханаһында хирургия бүлексәһе мөдире. 1976 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күкрәк хирургияһында эренле өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, дауалау мәсьәләләренә, күкрәк ситлеге ағзалары патологияһы ваҡытында юғары технологиялы операциялар эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, үпкәнең специфик булмаған ауырыуҙарын хирургик дауалауға арналған. Ф. ҡатнашлығында күкрәк һөйәге һыныуын, күкрәк травмаһы ваҡытында ҡабырғалар каркасын тергеҙеү, пневмоэктомия ваҡытында дауалау ысулдары, плевра ҡыуышлығын дренажлау һәм таҙартыу өсөн яйланмалар һ.б. эшләнгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии). Уфа, 2007 (авторҙ.); Толстокишечный стаз у больных с висцероптозом (патогенез, диагностика, хирургическая тактика). Уфа, 2012; Анатомо-рентгенологический атлас осложнённого висцероптоза. Уфа, 2014 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина