Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы

Просмотров: 488

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы (5.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 21.12.1986, Луцк ҡ.), лётчик, полковник (1973). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942) һәм Юғары офицерҙар осоу-тактика курстарын (1950) тамамлаған. 1941 й. алып Совет армияһында. 1942 й. октябренән Калинин, Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 8‑се авиация дивизияһы 140‑сы гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары өлкән лейтенант Ф. 148 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973), Луцк ҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), Александр Невский, 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ (1943, 1956) ордендары менән бүләкләнгән. Ф. исеме Бүздәк районы Бүздәк а. урамға бирелгән. Тыуған ауылында һәм Бүздәк а. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: