Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы

Просмотров: 1206

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы (16.10.1982, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2006). Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе; 1999—2008 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2001—08 йй. “Локомотив” физкультура‑спорт клубы (тренеры Р.Р.Абраров) өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2004), Рәсәй кубогын яулаусы (2004), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004, 2007) һәм бронза (2001, 2006) призёры, команда зачётында Рәсәй чемп. (2001—02, 2006) һәм Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2007—08). Донъя кубогы этабы еңеүсеһе, яһалма япмала Европа кубогын яулаусы (икеһе лә — 2001). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2002, 2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2008). 2010 й. алып Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры, 2012 й башлап өлкән тренеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: