Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТХЕТДИНОВ Салауат Зәки улы

Просмотров: 719

ФӘТХЕТДИНОВ Салауат Зәки улы (10.1.1960, БАССР‑ҙың Тәтешле районы Аҡсәйет а.), йырсы. Профессор (2013). РФ‑тың атҡаҙанған (2005), ТР‑ҙың халыҡ (1995), ТР‑ҙың (1991) һәм БР‑ҙың (2010) атҡаҙанған артисы, Ульянов өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), автомобиль спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005). Ҡазан мәҙәниәт институтын тамамлаған (1989; Х.Л.Кумысников курсы). 1977 й. алып Илмәт а. мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1981 й. — директоры, 1982 й. — Аҡсәйет а. мәҙәниәт йортоноң директоры (икеһе лә — Тәтешле районы), 1989 й. башлап Ҡала мәҙәниәт һарайы методисы, 1992 й. — “Салауат” йыр театры (икеһе лә — Яр Саллы ҡ.), 2015 й. — Салауаттың йыр театры директоры, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Ҡазан мәҙәниәт институтының татар театр эстрадаһы кафедраһы мөдире, 2003 й. — “Салауат” йәштәр үҙәгенең художество етәксеһе (бөтәһе лә — Ҡазан ҡ.). Киң диапазонлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Репертуарында башҡ. һәм тат. авторҙарының йырҙары һәм халыҡ йырҙары. Рәсәй, Германия, АҠШ, Төркиә, Финляндия буйлап гастролдәрҙә була. Рәсәй балалар фондының Татарстан республикаһы бүлексәһе рәйесе (2006 й. алып). “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан ҡ.; 1989, 2002—16) лауреаты. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы (2008), М.Йәлил (2003), Ә.Атнабаев исемендәге (2010) премиялар лауреаты. Автокросс буйынса Рәсәй чемпионы (2 тапҡыр, 2008; 2009, 2010), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2006). “Татарстан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2020), Халыҡтар дуҫлығы (2021) ордендары, сит ил ордены менән бүләкләнгән.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Э.Ә.Нәбиева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.06.2022