Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАУНА

Просмотров: 1293

ФАУНА (лат. Fauna — урман һәм баҫыуҙар алиһәһе, рим мифол. хайуандарҙы ҡурсалаусы), билдәле бер терр‑яла йәшәгән хайуан төрҙәренең тарихи яҡтан нығынған йыйылмаһы. Төрлө фауна комплекстарынан (тундра, тайга, урман һ.б.), ш. иҫ. ареалдары оҡшаш булған хайуан төрҙәренән, барлыҡҡа килә. Билдәле бер терр‑яның Ф. формалашыуы рельеф, климат, физик‑геогр. шарттарға (тау теҙемдәре, сүллектәр һ.б.) бәйле. Ф. автохтон (өйрәнелгән терр‑я эсендә барлыҡҡа килгән), аллохтон (төбәккә башҡа ерҙәрҙән килеп ингән), иммигрант (яңы килеп ингән) төрҙәре айырыла. Ф. термины ш. уҡ төрлө систематик категорияларға ҡараған хайуандарға (имеҙеүселәр Ф. — териофауна, ҡоштар Ф. орнитофауна һ.б.); йәшәү урыны һәм йәшәү рәүеше дөйөмлөлөгө м‑н берләшкән хайуандар комплексына (мәҫ., тау, урман фаунаһы һ.б.); хужалыҡ әһәмиәтенә эйә булғандарға (а.х. ҡоротҡостары Ф., паразиттар фаунаһы һ.б.); адм. терр‑яға (Рәсәй Ф., Башҡортостан фаунаһы һ.б.); геол. осорға (дүртенсел осор, кембрий, аҡбур осоро фаунаһы һ.б.) ҡарата ҡулланыла. Башҡортостан Ф. 18 меңдән ашыу хайуан төрө инә: иң ябайҙар — яҡынса 120 (ш. иҫ. саркомастигофорҙар — 50‑нән ашыу, споровиктар — 23, книдоспоридиялар — 7, микроспоридиялар — 1, инфузориялар — 50‑нән ашыу), болоттар — 3, эсәкҡыуышлылар ____________— 2, яҫы ҡорттар, йомро һәм сәнскебаш селәүсендәр — 1000‑дән ашыу, балдаҡлы селәүсендәр — 34, бүздәктәр — 2, ҡыҫала һымаҡтар — 130‑ҙан ашыу, үрмәксе һымаҡтар — 100‑ҙән ашыу, ҡырғаяҡтар — 15, бөжәктәр — яҡынса 17 мең, балыҡтар — 40, ер‑һыу хайуандары — 10, һөйрәлеүселәр — 10, ҡоштар — 300‑ҙән ашыу, имеҙеүселәр — 83. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына имеҙеүселәр (18 төр), ҡоштар (49), балыҡтар (7), ер‑һыу хайуандары (3), рептилиялар (6), умыртҡаһыҙҙар (29, ш. иҫ. 27 төр бөжәк) индерелгән. Айырым иғтибарға мохтаж булған хайуандар донъяһы объекттары исемлегенә 71 төр, ш. иҫ. 23 — бөжәк, 5 — балыҡ, 1‑әр — ер‑һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, 34 — ҡош, 7 — имеҙеүсе, ингән. Башҡортостан терр‑яһында Ф. төрҙәрен асыҡлау эштәрен Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусылар башлап ебәрә. Ф. өйрәнеү зоология б‑са тикшеренеүҙәр комплексына ингән, һөҙөмтәләре М.Ғ.Баянов тарафынан “Башҡортостанда зоологик тикшеренеүҙәр” (“Зоологические исследования в Башкирии”; Өфө, 1997) китабында тасуирланған, 20 б. аҙ. алып Ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр БДУ‑ла (Баянов, Р.Ф.Биккенин, В.А.Валуев, И.П.Дьяченко, В.А.Книсс, Р.К. Степанова һ.б.), Геол. ин‑тында (А.Г. Яковлев һ.б.), БДПУ‑ла (М.Ғ.Миһранов) алып барыла.

Әҙәб.: И л ь и ч ё в В.Д., Ф о м и н В.Е. Орнитофауна и изменение среды (на примере Южно‑Уральского региона). М., 1988; Животный мир Башкортостана. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 1995.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019