ФЁДОРОВ Сергей Иванович
ФЁДОРОВ Сергей Иванович (23.9. 1939, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Бәләкәй Александровка ҡсб — 3.4.2010, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Бәләбәй р‑нының “Спартак” с‑зында баш агроном. 1968—2009 йй. БДАУ‑ҙа (1972—76 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡ эрозияһы проблемаларына һәм уларҙың кадастр баһаһына арналған. Ф. тарафынан агроэкологик баһа методикаһы эшләнгән һәм БР‑ҙың эрозиялы тупраҡтары өсөн төбәк бонитировка шкалаһы, Борай, Бәләбәй, Йәрмәкәй р‑ндары тупраҡтарының бонитировка карталары төҙөлгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Агроэкологические основы защиты почв от эрозии и проблемы их кадастровой оценки. Уфа, 2005.
И.С.Миңлеәхмәтов
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев