Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЁДОРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 732

ФЁДОРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Ҡуянсыҡ й. (Уҫы й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1164 кеше; 1920 — 1653; 1939 — 970; 1959 — 504; 1989 — 272; 2002 — 243; 2010 — 260 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1858 й. алып билдәле. Шулай уҡ Князев исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 114 йортта 654 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1906 й. сиркәү (1869 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән; шөғөлдәр араһында ураҡ һәм балта яһау булған. 1937—38 йй. Покровка районының адм. үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: