Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЁДОРОВКА, ауыл, Өфө составында

Просмотров: 885

ФЁДОРОВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с үҙәге. Өфөнән К.-Көнс. 43 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 328; 1939 — 404; 1959 — 518; 1989 — 504; 2002 — 617; 2010 — 545 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә Фёдоровскийҙарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1830 й. алып билдәле. 1865 й. 17 йортта 116 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, мөгәзәй булған. Шулай уҡ Петропавловка исеме м‑н теркәлгән. 40‑сы йй. Ф. Хлебодаровка а. (19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән) һәм Фёдоровский утары (1939 й. 47 кеше иҫәпкә алынған) ҡушылған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019