Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЁДОРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 605

ФЁДОРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 69 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 851 кеше; 1917 — 1689; 1959 — 425; 1989 — 420; 2002 — 503; 2010 — 524 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Аҡъяр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә күскенсе крәҫтиәндәр Фёдоровский утары булараҡ нигеҙ һала. Фёдор Никитин (ҡуртымсыларҙың ышаныслы кешеһе) исеме м‑н аталған. 1891 й. 33 йортта 237 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында ауылда улус идараһы урынлашҡан. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Ташлы археологик комплексы табылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019