Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЁДОРОВКА ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1397

ФЁДОРОВКА ЗАКАЗНИГЫ. 1989 й. һунар кәсебе һәм һирәк осраған хайуандар популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. басс. урынлашҡан. Майҙаны — 1,7 мең га, терр‑яның 99,8%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы тигеҙлектәрҙән, һөҙәк убаларҙан ғибәрәт. Миләш, муйыл, балан, сөйәлле зелпе, ҡурай еләге, гөлйемеш һ.б. ваҡ ағаслыҡтарҙан торған ҡатнаш киң япраҡлы имән һәм йүкә урмандары, ҡырҡындыларҙа уҫаҡлыҡтар таралған. Аҡ ҡуян, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, үр ҡуяны, һеләүһен, һыуһар, ҡор һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡолаҡлы терпе, ялман, һоро ағуна, аполлон, махаон һ.б. осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019